Һуңғы йылдарҙа республика ауылдарында китапханалар эшмәкәрлеге йәнләнә, был бик ҡыуаныслы күренеш, сөнки тап китап ярҙамында кеше тормошҡа өйрәнә, белемле, рухлы була ала. Был йәһәттән бер һөйөнөслө хәбәр бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр майҙа раҫлаған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда биш йыл эсендә 20 яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа киләсәк.
Модель китапхананы киләһе йыл асыу өсөн 23 марттан 9 апрелгә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл модель китапханалар Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы асыуға федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.