Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 17:34

А.Чехов затлы кейемдә яҙышырға ултырһа, А.Куприн ижад эшенә шыр яланғас килеш тотонға

Яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы факттар:#Ағиҙелжурналы

Нәжиб Вилдан улы Асанбаевтың ысын исеме – Николай Васильевич Асанбаев. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында тәүге премьераһы донъя күрер алдынан театр етәкселеге уға исемен алмаштырырға тәҡдим итә. Һәм афишала драматург Нәжиб Вилдан улы Асанбаев тигән яҙыу барлыҡҡа килә.

Яңы әҫәр яҙыр алдынан О.Бальзак эш бүлмәһенә бикләнеп тәҙрәләрҙе ҡояш нуры үтмәҫлек итеп ҡаплаған һәм өҫтөнә халат кейеп, көнөнә 18 сәғәт шәм яҡтыһында ижад иткән.
А.Чехов затлы кейемдә яҙышырға ултырһа, А.Куприн ижад эшенә шыр яланғас килеш тотонған.
Күренекле фекер эйәһе Ғәбит Садиҡов һөнәре буйынса инженер. Уға “СССР-ҙың почетлы уйлап табыусыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы” исемдәре бирелә.
Эрих Мария Ремарктың биографияһында уның ысын фамилияһы Крамер тигән һүҙҙәр ҙә осрай. Ысынында иһә быны нацистар уйлап сығарған. Улар шулай уҡ яҙыусы Германияға эмиграцияланғандан һуң Ремарк француз йәһүдтәре тоҡомонан икән, тигән һүҙ ҙә таратҡан.
Корней Чуковскийҙың ысын исеме – Николай Васильевич Корнейчуков.
Прозаик Гөлсирә Ғиззәтуллина Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң психолог һөнәрен үҙләштерергә теләп, профессор Вадим Фәтхи улы Сафинға бара. Тегеһе унан математиканы яҡшы беләһеңме, тип һорағас, буласаҡ яҙыусы “юҡ “ тип яуаплай. Һәм шул арҡала ул был йүнәлеш буйынса уҡырға ҡабул ителмәй.
Франц Кафка үҙ ғүмере эсендә бер нисә хикәйәһен генә баҫтырып сығарған. Һәм ҡаты ауырып киткәс, Макс Брод исемле дуҫынан яҙған әйберҙәрен үҙе үлгәндән һуң яғыуын һораған. Брод иһә уның был үтенесен тыңламаған, киреһенсә, Кафкаға донъя кимәлендә танылыу килтергән әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыуға өлгәшкән.
Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Марина Цветаеваны Татарстандың Алабуға ҡалаһына эвакуациялайҙар. Борис Пастернак уға әйберҙәрен йыйырға ярҙам итә. Ул ҡәләмдәшенең сумаҙанын бәйләр өсөн бау килтерә һәм уның ныҡлы булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөп: “Аҫылынһаң да өҙөлмәйәсәк”, тип шаярта. Һуңынан уға Цветаеваның Алабуғала нәҡ шул бауға аҫылыныуы хаҡында хәбәр итәләр.
Рәсимә Ураҡсина К.Чуковскийҙың “Саңҡылдаҡ себен” (“Муха-Цокотуха”) исемле шиғырын төшөндә тәржемә итә һәм йоҡонан торғас ҡағыҙға теркәп ҡуя.
Француз яҙыусыһы Ги де Мопассан Эйфиль башняһын яратмаған тиҙәр. Шулай булыуған ҡарамаҫтан, ул көн һайын ундағы ресторанға төшкө тәғәмгә йөрөр булған. Быны ул: “ Был - Париждағы Эйфиль башняһы күренмәгән берҙән-бер урын” тип аңлатҡан, имеш.
Шерлок Холмс хаҡында хикәйәләр ижад итеүсе Артур Конан Дойл һөнәре буйынса офтальмолог булған.
Лорд Байрон дүрт йорт ҡаҙы тотҡан.Улар һәр ваҡыт хужаһының артынан эйәреп йөрөгән. Хатта йәмғиәт йыйылыштарына ла. Артыҡ йыуан һәм тайыш табанлы булыуына ҡарамаҫтан, Байрон үҙ заманының эшлекле һәм күркәм вәкиле иҫәпләнгән.
Альфред Хичкоктың кендеге булмаған.
Испан яҙыусыһы Лопе де Вега иң һөҙөмтәле эшләүселәрҙең береһе иҫәпләнгән. “Бесән өҫтөндәге эт”тән тыш ул мең дә һигеҙ йөҙ пьеса ижад иткән. Уларҙың бөтәһе лә шиғри юлдар менән яҙылған. Бер пьеса өҫтөндә ул өс көндән дә артыҡ эшләмәгән. Бынан тыш уның әҫәрҙәре өсөн яҡшы аҡса түләнгән. Ул - мультимиллионер булған. Ә был яҙыусылар араһында һирәк күренеш.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Эрнест Хемингуэй йыш депрессияға бирелгән. Юҡҡа-барға ҡыҙып барған, көйһөҙләнгән. Туғандарына һәм дуҫтарына был хәлде ул үҙенең артынан Федераль тикшереүҙәр бюроһы агенттары күҙәтеүе менән аңлатҡан. Яҙыусыны бер нисә тапҡыр психиатрия дауаханаһына һалғандар. Бында ла ул палатала уның һөйләшеүен тыңлауҙары хаҡында хәбәр иткән. Электрошок тәьҫире һөҙөмтәһендә Эрнест Хемингуэй яҙыу һәм элеккесә фекерләү һәләтен юғалтҡан. 1961 йылдың 2 июлендә Хемингуэй үҙ йортонда мылтыҡтан атылып үлә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ФТБ-ға яҙыусы хаҡында официаль допрос ебәрелә һәм уға ҡарата тыңлау һәм күҙәтеүҙең ҡулланылыуы билдәләнә.
Читайте нас: