Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2020, 12:20

Рәсәй бер кем менән дә һуғышырға теләмәй – башҡа илдәрҙән дә шуны талап итәбеҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне. Был “Путинға 20 һорау”ҙың алтынсы сығышы.

Оборона бюджетының күләме буйынса Рәсәй етенсе урында тора. Беҙҙән алда Ҡушма Штаттар, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны, Великобритания, Франция һәм Япония. Рәсәйҙә иһә уникаль һаҡ системаһы булдырылған. Путин әйтеүенсә, махсус ҡоралдар ни бары тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто булдырыу өсөн тәғәйенләнгән. Хәйер, Американың оборонаға йүнәлткән аҡсалары менән башҡа бер ил дә ярыша алмай. Һәр дәүерҙәгесә, үҫешкән илдәр үҙ-ара ярышыуын дауам итә.
Журналистарҙың “Әгәр диуарҙа мылтыҡ эленеп торһа, өсөнсө актта ул мотлаҡ атырға тейеш” тигән һүҙҙәре менән Президент ризалашманы.
“Театр өсөн шулай булырға тейештер, әммә ысынбарлыҡта, сәйәсәт өлкәһендә улай булыуы мөмкин түгел. Сөнки ул мылтыҡ күрше сәхнәлә элеүле тора, ә күршеләргә уны ҡулланырға кәрәкмәйәсәк”, - тип аңлатты Владимир Путин. Ысынлап та, тап ошондай ҡоролош донъялағы тыныслыҡты тәьмин итә лә инде.
“Владимир Путинға 20 һорау” интервьюһы 25 мартҡа ҡәҙәр дауам итәсәк, уны ТАСС агентлығы сайтында күрергә мөмкин.
Читайте нас: