Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 12:02

Рәсәй коронавирус буйынса барыһын да контролдә тота. Сит илдәрҙә ҡорбандар һаны артҡандан-арта...

#ВладимирПутин

Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин кәңәшмәлә белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте ауырыуҙың таралыуына ҡаршы көрәшеү өсөн барлыҡ кәрәкле сараларҙы күрә. Президент был аҙымдарҙың барыһы ла һөҙөмтәле булыр, тип өмөтләнә.
Асыҡланыуынса, коронавирус арҡылы донъя иҡтисатында ла насар һөҙөмтәләр күренә икән. Ҡайһы бер илдәр үҙ-ара хеҙмәттәшлекте өҙөргә мәжбүр булған. Рәсәй Президенты: "Рәсәй иҡтисадына сирҙең йоғонтоһо булмаясаҡ, Мәскәү көрсөк ваҡытында тотороҡлоҡто тәьмин итеү өсөн етерлек резервтарға эйә", - тип ышаныслы әйтте.
Әлеге ваҡытта коронавирус донъя буйлап таралыуын дауам итә. Яңылыҡтарҙы ҡарамауың хәйерле: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Таиланд, Сингапурҙағы ҡорбандар һаны артҡандан-арта, был сир Европаға ла (Франция, Германия) барып еткән. Ҡытайҙа һәләк булыусылар һаны өс меңдән ашҡан.
#ВладимирПутин
Читайте нас: