Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 19:13

Фольклориадаға күп ҡалманы

#Фольклориада2020

2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын үҙ эсенә ала. Биш ҡитғанан вәкилдәр, 80-гә яҡын ил һәм 100-ләгән коллективтың килеүе көтөлә. Быйылғыһы Фольклориада тарихында иң күләмлеһе булмаҡсы, тип ышана ойоштороусылар.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Башҡортостандағы вәкиле Мария Захарова аккредитацияны асыҡ тип иғлан итте. VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында рус, инглиз, испан һәм француз телдәрендә киң мәғлүмәт саралары өсөн үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 17 июленән 1 авгусына тиклем үткәрелә.
Фольклориаданың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ойошторолған саралар тураһында мәғлүмәтте алдараҡ биреү күҙаллана.
Аккредитацияға һылтанмалар:
https://folkloriada2020.com/akkreditacziya-smi.html — рус
https://folkloriada2020.com/en/akkreditacziya-smi.html — инглиз
https://folkloriada2020.com/sp/akkreditacziya-smi.html — испан
https://folkloriada2020.com/fr/akkreditacziya-smi.html — француз.
Тулыраҡ — VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында.
Читайте нас: