Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 19:41

Өфөнөң Дим районында ике яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

#нацпроекты

Яҡын көндәрҙә Өфөнөң Дим биҫтәһендә өр-яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Районда башлыса йәш ғаиләләр йәшәй. Был уларға көтөп алынған ҙур бүләк буласаҡ.
Яңы балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Уйын бүлмәләренән тыш, физика менән шөғөлләнеү өсөн лабораторияларға ҡәҙәр бар. Ә физкультура дәрестәрен Умка ҡушаматлы виртуаль айыу үткәрәсәк.
Тағы бер балалар баҡсаһы "Яркий" биҫтәһендә төҙөлә. Ике ҡатлы мәктәпкәсә учреждение 180 балаға иҫәпләнгән. Ул йыл аҙағына әҙер буласаҡ. Балалар баҡсалары Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Демография" милли проектына ярашлы төҙөлә.
Читайте нас: