Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 21:37

Башҡорт бейеүе йәнә илдең төп телеканалын шаулатты

Видеояҙмаһын сайтыбыҙҙа ҡарағыҙ:#Ағиҙелжурналы

Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттарын берләштергән "Айтуған" бейеү ансамбле Беренсе каналдың "Dance Революция" проектының һайлап алыу турында сығыш яһаны.
Яҡташтарыбыҙ милли костюмдарҙа тамашасыны ғына түгел, баһалама ағзаларын да таң ҡалдырҙы. Хореография композицияһында һуңынан да, "Айтуған"дар башҡорт халыҡ фольклорына бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Һөҙөмтәлә, яҡташтарыбыҙ проекттың икенсе турына үтте. Әйткәндәй, аҙна-ун көн элек ошо уҡ бәйгелә Өфө ҡыҙы Нәркәс Юлдашева ла сығыш яһағайны. Ул милли мотивтарға ҡоролған, заман амазонкаһын сәхнәләштерҙе.
Читайте нас: