Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2020, 16:06

Бөгөн кис ҡыҙыу булмаҡсы

Юлаевсылар плей-оффҡа, "Өфө" клубы Рәсәй футбол чемпионатының яҙғы миҙгеленә юллана..

Бөгөн кис "Өфө" футбол клубы уйынсылары "Краснодар" командаһына ҡаршы уйнай. Көйәрмәндәр ҙә ныҡлы әҙерләнә. Танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов футбол буйынса Рәсәй чемпионаты тергеҙелеү айҡанлы "Өфө" футбол клубы формаһын кейгән. Ул спортсыларға бөгөнгө уйында уңыштар теләй. Көйәрмәндәр ҙә "Өфө"нөң еңеү яулаясағына ышана.
Юлаевсылар иһә плей-оффты башлай, Өфөнөң "Салауат Юлаев" хоккей клубы Омскиҙың "Авангард"ын һынаясаҡ. Уйын серияһы һөҙөмтәләре буйынса «Салауат Юлаев» клубының, шул иҫәптән Николай Цулыгиндың да артабанғы яҙмышы хәл ителә. Юлаевсылар былтыр конференцияның финалына сыҡҡан осраҡта, Башҡортостан башлығы конькиға баҫырға вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ, атҡан уҡ тигәндәй, быйыл Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хоккей уйнай башлауы тураһында белдерҙе.
Ике командаға ла уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас в