Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 11:57

Рәсәй Ҡырғыҙстан менән бәйләнештәрҙе нығытырға иҫәп тота. Ҡырғыҙ халҡы беҙҙең ил менән дуҫлыҡты ифрат ныҡ ҡәҙерләй.

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм премьер Михаил Мишустин ошо көндәрҙә Ҡырғыҙстан башлығы Һоронбай Йәнбәков менән осрашты. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек, сауҙа итеү, сәнәғәтте берҙәм үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Владимир Путин әйтеүенсә, Ҡырғыҙстан Рәсәйҙең иң төп сауҙа партнеры булып ҡала килә.
Ҡырғыҙстан халҡы Рәсәйҙең ярҙамын иҫләй һәм ҡәҙер итә тип билдәләне ил етәксеһе Һоронбай Йәнбәков. Ысынлап та, беҙҙең ил ҡырғыҙҙарҙың күптәнге дуҫы, яҡын союздашы.
Эшлекле осрашыу киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итте, Рәсәй-Ҡырғыстан хеҙмәттәшлеген тағы ла нығытты.
Читайте нас: