Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 21:54

Мәләүез, Яңауыл, Ағиҙел, Дүртөйлө һәм Николо-Березовканы бар республика тәбрикләй

Улар федераль конкурста еңеп, 400 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды!

Төмәндә кесе ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙең икенсе Бөтә Рәсәй форумы тамамланды. Сараға илдең төрлө төбәктәренән 600 кеше йыйылды, ике көн дауамында улар ҡаланы һәм туризмды үҫтереү юлдарын өйрәнде, семинарҙарҙа ҡатнашты. Форум эшендә Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев ҡатнашты.
2020 йылда Бөтә Рәсәй конкурсына 300-ләп ғариза килгән, Башҡортостандан 11 ҡатнашыусы, был төбәктәр араһында иң күп һанлыһы булды, шуларҙан 286-һы техник экспертиза уҙған. Республиканан биш проект конкурста еңеү яулап, 400 миллион һумға эйә булды.
"Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел һәм Николо-Березовканы федераль конкурста еңеүҙәре менән ҡотлайым! Быйылдан уҡ уларҙың проекттарын тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Бер ай элек беҙ конкурсҡа 11 ғариза тапшырҙыҡ, шуларҙың бишәүһе еңде. Был конкурста ҡатнашҡан барлыҡ төбәктәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә. Гранттың дөйөм суммаһы - 400 миллион һум. Был эште бик яҡшы ойошторған өсөн Ольга Сарапулова һәм Башҡортостан ҡалалары үҫеше институтына рәхмәт белдерәм. Алға табан барабыҙ", - тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Фейсбук"тағы сәхифәһендә.
Читайте нас: