Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 16:31

Халыҡ шағирының исеме мәңгелләштерелә

Яҡшы өлгәшкән студенттар Рауил Бикбаев исемендәге стипендия аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында»ғы указына ярашлы, Рауил Бикбаев исемендәге ике стипендия булдырылды. Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән тейешле ҡарар 26 февралдә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Стипендиялар Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге дәүләт юғары белем биреү ойошмалары студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Улар Башҡортостан Республикаһының туған телдәрен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн бирелә. Һәр стипендияның күләме — 1200 һум (төбәк коэффициенты менән бергә).
Читайте нас в