Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 16:17

Асҡар – Сибай юлында хәрәкәт сикләнде. Тиҫтәләгән машина ҡар аҫтында ҡалған.

Транспорт һәм юл хужалығы алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, был сара һауа торошоноң боҙолоуына бәйле индерелде (көслө ел, соҡорҙарҙа ҡарҙың ҡалынлығы 2 метрҙан ашыу, күреү мөмкинлеге сикле). Сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 4-се 30 минутҡа тиклем ғәмәлдә.
Ә Сибай – Магнитогорск юлында унлаған машина ҡар аҫтында ҡалған. Буран автомобилдәргә артабан барырға мөмкинлек бирмәгән, сөнки юлды көрт баҫҡан.
«Үтеп булмай, юлдың бер саҡрымы таҙартылмаған, шуға автомашина хужалары төндә «тимер аттар»ын ташлап, йәйәү ҡайтып киткән», — тип хәбәр итте төнгө ваҡиға шаһиттары. Иртүк килеп, улар үҙҙәренең автомобилдәрен ҡар ҡамыуынан тартып сығарған.
Юлда ҡатмарлыҡтар килеп тыуған осраҡта Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчерына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефон: 8-927-955-11-00, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә — 112.
Читайте нас: