"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты маҡсатына ярашлы тағы бер проект тормошҡа ашырыла башланы. Өфөлә юлдарҙы махсус контролләү үҙәге булдырыла. Ул юлдарҙағы хәл-торошто күҙәтеп барасаҡ, идара итә лә аласаҡ. Был транспорт системаһы биш йыл дауамында төҙөлә, 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров проекттың мөһимлеген, бындай системаларҙы ғәмәлгә индереүҙең кәрәклеген билдәләне.
134 - "аҡыллы светофор", 19 "аҡыллы юл билдәһе" ҡуйыу ҡаралған. Бынан тыш, 56 видеокамера, алты йөк үлсәү пункты урынлаштырыла.
"Аҡыллы транспорт системаһы" юлдарҙағы авария һанын кәметеүҙе, автомагистрәлдәрҙең транспорт үткәреү мөмкинлеген киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шундай юҡ система Стәрлетамаҡта ла төҙөләсәк тип көтөлә.
Төҙөләсәк система юл фажиғәләрен кәметер тип ышанабыҙ.