Европа инвесторҙары Рәсәй Президенты Владимир Путиндан һалым түләмәгән эшҡыуарҙарға язаны ҡатыраҡ итеүен һораны. Европа бизнесы ассоциацияһы башлыҡҡа әҙер төҙәтмәләр теҙмәһен тәҡдим итте, быныһы эшҡыуарҙар өсөн бигерәк ҡаты булмаҡсы.
Әлеге ваҡытта Владимир Путин енәйәт кодексына үҙгәрештәр индермәксе. Шәхси эшҡыуарҙарҙың бурысы - 900 мең һумдан, ойошмаларҙың 4,5 миллион һумдан артһа, енәйәт эше асыласаҡ.
Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау идараһы етәксеһе Борис Титов хәбәр итеүенсә, 2019 йылда иҡтисад өлкәһендә енәйәт эштәре өс тапҡырға артҡан. Артабан быға юл ҡуйылмаясаҡ, ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы ил башлығы тәҡдим иткән закон проектын раҫлаған.