"Интерфакс" мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса төҙөлөш эштәре күләме 7,7 процентҡа артҡан, республика милли проект күрһәтмәһен үтәү буйынса лидерҙар сафына ингән.
Бөтөн ил буйынса Башҡортостан дүртенсе урында, 2019 йылда төҙөүселәр 2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырған. Шулай уҡ исемлектә ут күршеләребеҙ Татарстан да ҡалышмай, ул өсөнсө баҫҡыста.
Ойошмалар 658,6 мең квадрат метр торлаҡ тапшырған, был уҙған йылдарҙың күрһәткестәренән 14,4 процентҡа артығыраҡ. Халыҡ тарафынан торлаҡ күләме 0,6 процентҡа, 1294,4 мең квадрат метрға кәмегән.
Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында төҙөлөш эштәре күләмен арттырыу тураһында иҫәп тоталар.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан