Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 11:44

Рәсәй Президенты халыҡтың ғүмер оҙайтырға теләй

Был йәһәттән милли проекттар ҙур ярҙам күрһәтәсәк.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡының ғүмер оҙонлоғо өсөн борсола, ул билдәләүенсә, ошо күрһәткес илдең үҫеш кимәлен сағылдыра. Был хаҡта ул ТАСС агентлығына биргән интервьюһында һөйләне. Әлеге интервьюның өс серияһы тамашасы хөкөмөнә сыҡты. Тәүге икәүһе илдең яңыртылған хөкүмәтенә, Украина көрсөгөнә бәйле һорауҙар менән булһа, өсөнсөһө Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған милли проекттар тураһында ине.

Беренсе йылда милли проекттарҙың бөтәһен дә үтәүгә өлгәшелмәгән. Ысынлап та, Хөкүмәт алында ҡуйылған 38 бурыстың 2019 йылда 26-һы үтәлгән, ҡалғандары – юҡ. Ләкин 26-һы үтәлгән бит! Президент таныуынса, кешеләр, ысынлап та, милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуынан ҡайҙалыр нимәнелер һиҙмәнеләр. Кешеләр өсөн милли проекттарҙың барлығын белеү мотлаҡ түгел. Улар тормош сифатының яҡшырыуын тойорға тейеш.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 25,7 триллион һум аҡса бүленгән.

#ВладимирПутин

Читайте нас: