Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 20:01

Шағир Дамир Шәрәфетдиновты иҫкә алып...

Гел шаярҙы тормош минең менән,Мин шаярҙым, уға этләшеп:Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдәУйын-көлкө булды иптәшем.Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.Уйнап-көлөп гиҙҙем нурға сумғанГөл-сәскәле йәшлек туғайын...

Гел шаярҙы тормош минең менән,
Мин шаярҙым, уға этләшеп:
Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдә
Уйын-көлкө булды иптәшем.
Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,
Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.
Уйнап-көлөп гиҙҙем нурға сумған
Гөл-сәскәле йәшлек туғайын...
Юҡҡа сыҡты яҡты хыялдарым.
Көскә тыйып йөрәк әрнеүен,
Шаян йырҙар эҙләп йыуандым мин,
Уйын ине әйткән һәр һүҙем.
Хәҙер инде, байҡап оҙон юлдар,
Үтеп төрлө тормош елдәрен,
Утлы һағыш түгеп ҡаршылайым
Йәшлегемдең һуңғы көндәрен.
Тик һаман да шундай осраҡтарҙа
Һорап тормай холоҡ - фиғелен,
Тормошомдоң уҫал уйынына
Шаян яуап эҙләй күңелем.
Дамир Шәрәфетдинов.
Читайте нас: