Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 13:19

Дүрт районда өр-яңы стоматология модуле асыласаҡ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты республика халҡының һаулығын нығытырға ярҙам итә. Уҙған йылда уның сиктәрендә ике балалар дауаханаһы, 33 ФАП төҙөлгән.
Стоматологик ярҙамды яҡшыртыу өсөн дә байтаҡ эштәр башҡарылған. Уның уңайлы итеү өсөн райондарҙа балалар һәм өлкәндәрҙе күсмә ҡабул итеү тергеҙелгән. Былтыр республика стоматология поликлиникаһының белгестәр бригадаһы шулай 12 тапҡыр ауылдарға сыҡҡан. Күсмә стоматология модуле «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһында ла ҡатнашҡан.
Әлеге йылда бөтә дәүләт медицина стоматология поликлиникаларын кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу дауам итәсәк. Шулай уҡ Белорет, Дыуан, Күмертау, Сибай медицина округтары өсөн күсмә стоматология модулдәре лә һатып алынасаҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: