Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 17:20

Башҡортостан Оло йыйынға әҙерләнә

Бөтә донья Фольклориадаһы быйыл беҙҙең республикала үтәсәк. Уға донъяның төрлө тарафтарынан, 80-дән ашыу илдән ҡатнашыусы килергә теләк белдергән. #Бөтәдонъяфольклориадаһы #Всемирнаяфольклориада

Башҡортостан Оло йыйынға әҙерләнә. Бөтә донья Фольклориадаһы быйыл беҙҙең республикала үтәсәк. Июль урталарынан август баштарына тиклем барасаҡ ул, донъяның төрлө тарафтарынан, 80-дән ашыу илдән ҡатнашыусылар килергә теләк белдерә, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. 3 мең ҡатнашыусы, бихисап туристарҙы көтәбеҙ. Абруйлы сараны йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, Башҡортостанса, юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн эштәр күптән башланды.
Башҡортостан башлығы тарафынан Бөтә донъя фольклориадаһы символына конкурс ителде. Ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән ҡулланыла. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Футбол буйынса донъя чемпионатындағы бүре-Забиваканы хәтерләйһегеҙме? Үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле геройыбыҙ булһын. Уны донъяның төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтар оҙаҡҡа иҫендә ҡалдырыр һәм сувенир итеп өйҙәренә алып ҡайтыр. Был — бик яуаплы бурыс, сөнки ошо символ Башҡортостан менән ассоциация тыуҙырырырға тейеш», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене 18 июлдә Өфөгә VI бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡыралар. Конкурста ҡатнашыу географияһы сикләнмәгән, ләкин беҙҙең авторҙарҙан ғаризалар күберәк булһын ине, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Эштәр [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.

Читайте нас: