Рәсәй Президенты Санкт-Петербургҡа барып ҡайтты, Анатолий Собчактың хәтер кисәһендә ҡатнашты, ҡәберенә сәскәләр һалды. Шул уҡ ваҡытта халыҡ менән аралашырға ваҡыт та тапты.
Бер һөйләшеү барышында Петербургтан хаҡлы ялдағы ханым: “Айына 10 мең 800 һумға нисек йәшәргә?”, - тип һораны. Владимир Путин “бик ауыр” тип килеште. Һорау биреүсе апай дәүләт етәксеһенең хеҙмәт хаҡы был суммананан шаҡтай күберәктер тип фаразланы.
“Тағы ла күберәк хеҙмәт хаҡтары бар. Президенттыҡы иң юғарыһы түгел”, - тине Владимир Путин. Өҫтәп шуны әйтте: “Мин аңлайым һеҙҙе, әлеге ваҡытта беҙ күп балалы ғаиләләргә бер нисә дәүләт ярҙамы булдырҙыҡ. Пенсияны арттырырға торабыҙ”.
Ысынлап та, ыңғай үҙгәрештәр булыр. 2019 йылда Рәсәй Президенты тарафынан ҡабул ителгән милли проекттарға ышаныс бар.