Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 11:44

Рәсәй Президенты ауылдарҙы үҫтерергә ҡушты

“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһын финанслау арттырыласаҡ.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, финанслау артасаҡ, 2020-2022 йылға бүленгән аҡсаның күләмен билдәләгән законға төҙәтмә индерелә. Аҡсалар ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә, юл һәм күпер төҙөүгә, инфраструктура объекттарын һалыуға йүнәлтелә.
Был йәһәттән республикала ҙур эштәр башҡарыла, күптән түгел Өфөлә ауыл территорияларын үҫтереүгә бәйле Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Унда бурыстар аныҡ билдәләнде. Халыҡҡа йорт һалыу һәм ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән торлаҡ төҙөү өсөн субсидиялар тапшырыуға 1,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Алдағы өс йылда 19 районда дөйөм суммаһы 226 миллион һумлыҡ 24 газ торбаһы төҙөлә. 18 һыу менән тәьмин итеү объектын финанслау күләме – 503,9 миллион һум.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика социаль сығымдарға ҡаҙнаның 80 процентын бүлә, ә иҡтисадтың үҫеш һәм өҫтәмә килем биргән реаль секторына 0,3 процент ҡына тейә.
– Кешеләр проблемаларҙың хәл ителеүен көтә. Ләкин шуны ла аңларға тейешбеҙ: был 0,3 процент – республиканы үҫтереү стратегияһы түгел.
Читайте нас: