Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 11:00

Путиндың һыңары бармы?

Рәсәй Президенты Владимир Путин журналистарҙың һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һыңары бармы? Ул ҡасан отставкаға китәсәк? Президент вазифаһын кем биләсәйәк? Ил Президенты Владимир Путин ТАСС-тың “Владимир Путинға 20 һорау” тигән махсус проекты өсөн эксклюзив интервью биргән.
Ил башлығының бер түгел, алты һыңары бар, тигән имеш-мимештәр күптән таралған. Уҙған йылдың май айында журналист Александр Сотник был хәбәрҙәрҙе ҡуйырта бирҙе, йәнәһе лә, Путин барыһына ла өлгөрә алмаҫ ине. Ошо һәм башҡа һорауҙарға Путин тура эфирҙа интервьюла яуап биргән. Һорауҙар араһында Хөкүмәт отставкаһы тураһындағыһы ла бар, Украина лидеры Владимир Зеленский менән уртаҡ фекергә килешеү мөмкинлеге лә ҡаралған.
“Беҙгә бардак кәрәкмәй, шоу ҙа кәрәк түгел... Миңә Бөйөк Рәсәй кәрәк”, - тигән дәүләт башлығы.
Интервьюның тулы вариантын 20 февралдә мәғлүмәт агентлығының барлыҡ онлайн майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: