Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 11:52

Башҡортостан - беренсе!

Башҡортостан эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙарға тауарға халыҡ-ара сертификат алыу өсөн субсидия бирәсәк.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Ул Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙарға тауарға халыҡ-ара сертификат алыу өсөн субсидия бирәсәк.
Әлеге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ. Был йәһәттән 20 миллион һум бүленгән. Бер эшҡыуарға субсидияның максималь күләме раҫланған сығымдарҙың 80 процентын тәшкил итә. Әммә ул ике миллион һумдан күп була алмай.
Артабан иҡтисадты яҡшыртыу өсөн ныҡлы эшләргә кәрәк. Республика үҙ алдына етди бурыстар ҡуя. Алдағы йылдарҙа эшҡыуарҙарҙың һанын ике тапҡырға арттырыу талап ителә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: