Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 10:30

Халыҡ ҡасан етеш йәшәй башлаясаҡ?

Рәсәй Президенты журналистарҙың ошо һорауына яуап бирҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин журналистарҙың "Граждандарҙың ҡасан мул тормошта йәшәй башлауын көтөргә?" тигән һорауына яуап бирҙе.
"Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа граждандарҙың реаль килемдәренең кәмеүен күрәбеҙ. Был беҙҙең проблемаларыбыҙҙың береһе. Уны беҙ хеҙмәт етештереүсәнлегенең һәм ВВП-ның үҫеше нигеҙендә хәл итергә тейешбеҙ. Башҡа ысулдар, шул иҫәптән резерв фондтарҙан аҡса таратыу ҙа бер ниндәй ҙә уңышлыҡҡа килтермәйәсәк. Был проблеманы фундаменталь кимәлдә хәл итергә кәрәк", - тине Президент, уҙған йылда эш хаҡы күләменең артыуын да билдәләп: "Килемдәр яйлап арта. Тик был ғына етмәй. Был мәсьәләгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк", - ти дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: