Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 09:34

Баймаҡта? Видеокамералар?

Райондың “Һаҡмар” гәзите хәбәр итеүенсә, Баймаҡ ҡалаһына ингән урындарға, ҡала эсендә хәүефһеҙлек саралары булдырыу маҡсатында юл хәрәкәтен күҙәтеүсе видеокамералар ҡуйыла башланы. Был саралар “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Тәүге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Баймаҡта юл хәрәкәте айырыуса ҡыҙыу урындарға 14 ҡоролма ҡуйыласаҡ һәм аварияларҙы иҫкәртәсәк, тип көтөлә. Юлдарҙа һаҡ һәм уяу булайыҡ.
Читайте нас: