Рәсәйҙә 2020 йылдан ауыл ипотекаһы эшләй башланы. Ул халыҡҡа йылына 3% менән льготалы кредит алырға мөмкинлек бирә. Программала 16 банк ҡатнашырға әҙер. Төп ставканы федераль бюджет яба, ә республика ҡалған өлөшөн 0,1% тиклем ҡапларға тейеш.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут һүҙҙәренсә, федераль ведомство партнер-банктар исемлеген төҙөүҙе тамамлай, ә февралдә ауыл ипотека кредиттарын биреү башлана.
Программа ярҙамында 2025 йылға 200 меңдән ашыу ғаиләнең үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Ауыл ипотекаһының төп һәм берҙән-бер шарты кредитты маҡсатлы тәғәйенләүгә ҡайтып ҡала. Уны ауыл ерендә әҙер торлаҡ, йорт һалыу өсөн ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға була. Кредиттың максималь суммаһы — 3 миллион һум. Программала ҡатнашыу өсөн 10% кәм булмаған взнос индерергә кәрәк. Рәсәй граждандарына ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә. Уны 25 йылға тиклем алырға мөмкин.
Быйыл программаны финанслауға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу бүленә. Республикала Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ” милли проектын бойомға ашырыу буйынса ҙур эштәр атҡарыла.