Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 10:20

Рәсәй Президенты БМО-ға быйыл барырмы? Шулай ҙа Владимир Путинды Нью-Йоркта түҙемһеҙләнеп көтәләр.

Барыһын да алдан белеүсе һәм хәбәр итеүсе “Коммерсантъ” мәғлүмәттәренә ҡарағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ-ҡа барасаҡ һәм БМО-ның Генераль ассамблеяһының ултырышында сығыш яһаясаҡ.

Барыһын да алдан белеүсе һәм хәбәр итеүсе “Коммерсантъ” мәғлүмәттәренә ҡарағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ-ҡа барасаҡ һәм БМО-ның Генераль ассамблеяһының ултырышында сығыш яһаясаҡ.
Быға тиклем Рәсәй Президентының БМО трибунаһынан 2000, 2003, 2005 һәм 2015 йылдарҙа сығыш яһауын иҫәпкә алһаҡ, киләһе сәфәр һис тә тормошҡа ашмаҫлыҡ түгел. Владимир Путиндың йыл башында Берләшкән милләттәр ойошмаһының Именлек советына ингән биш ил етәксеһенең осрашып һөйләшеүен ойошторорға теләүен дә ошо юҫыҡтан ҡарарға мөмкин.
Әйткәндәй, Рәсәй Президентының БМО трибунаһынан һәр сығышы киң яңғыраш ала.
Быйыл БМО-ның 75-се Генераль ассамблеяһы сессияһы халыҡ-ара берләшмәнең юбилейына ла арнала. Шуға күрә Владимир Путиндың АҠШ-ҡа сәфәре булыуы бик ихтимал.
Нью-Йоркта Владимир Путинды иң ныҡ көтөүселәр араһында президентлыҡҡа икенсе тапҡыр дәғүә итеүсе Дональд Трамптың да булыуы шикһеҙ. АҠШ-та Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы талап итеүселәр көндән-көн күбәйә. Ә инде уларҙың тауыштары ноябрь һайлауҙарында һис тә артыҡ булмаясаҡ.
Читайте нас: