Белорусь президенты Александр Лукашенко нефть һәм газ эҙләп донъяны ҡыҙырып ҡайтҡандан һуң, Сочиға Рәсәй Президенты янына барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Беҙ инде туғандаш республика етәксеһенең бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө уйлап, өсөнсө төрлө эшләүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ.
Белорусь газын да, нефтен дә аласаҡ. Тик донъя хаҡтары менән. Сөнки хәҙер күпселек Белорусь һәм уның етәкселегенең сәйәсәтенә ышанып бөтмәй.
Хәҙер Рәсәйгә Белорусҡа бирелгән арзан кредиттарҙы нисек тә ҡайтарыу тураһында уйларға ваҡыттыр.
Әлегә был бурыстар хаҡында Рәсәй Президентыв Владимир Путин бер тапҡыр ҙа өндәшкәне юҡ. Ләкин был мәьәләнең күтәрелеүе бик ихтимал.Сөнки “Бурыслы үлмәй” тигән мәҡәл был осраҡта үҙен аҡламай. Күпме дуҫ йәшәһәк тә, күршеләргә ярҙам итһәк тә, бурысҡа алғанды ҡайтарырға тура килмәгәйе.