Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 11:21

Владимир Путин йәштәрҙе Кремлгә йыйҙы. Рәсәй йәш ғалимдарға ҙур өмөттәр бағлай.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлгә йәш ғалимдарҙы саҡырҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотланы. Хәҙерге заман технологиялары ҙур аҙымдар менән алға атлай, уның үҫешен йәш ғалимдар ғына тәьмин итә ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлгә йәш ғалимдарҙы саҡырҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотланы. Хәҙерге заман технологиялары ҙур аҙымдар менән алға атлай, уның үҫешен йәш ғалимдар ғына тәьмин итә ала.
Президент фән һәм инновациялар өлкәһендә еңеүсе йәш ғалимдарға бүләктәр тапшырғанда: “Оҙаҡламай Рәсәйҙә һәр икенсе ғалим 40-тан йәшерәк буласаҡ. Уларҙың таланты ил үҫешенең төп йүнәлештәрендә юғары ынтылышты тәьмин итәсәк”, – тип билдәләне.
Бүләкләү тантанаһынан һуң Дәүләт Советы президиумының һәм Фән, мәғариф буйынса советтың берлектәге ултырышында иҡтисад һәм социаль өлкәлә төбәктәрҙә кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды. Владимир Путин: “Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәлә байтаҡ мәсьәләләр ҡаралды, ләкин демографик үҫеш мәсьәләһе башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ сағылыш тапты. Шул иҫәптән, беҙ сифатлы һәм заманса белем биреүҙең ғәҙел мөмкинлектәрен тәьмин итергә бурыслы”, – тип баҫым яһап әйтте һәм киләһе уҡыу йылы башланыр алдынан дөйөм белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен Дәүләт Советы ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.
Читайте нас: