Яңы йылдан һуң институттың аҫтын-өҫкә әйләндерерлек ваҡиғалар булды. Ғәҙәт буйынса иҫкесә Яңы йылды ҡаршыларға йыйынабыҙ. Күңелле, кис концерт буласаҡ, хатта ҡыш бабай ҙа инеп сығыр, тиҙәр.
Концерт бик матур булды, йырлынаҡ, бейенек, һуңынан кисә ойошторҙолар. Аҙаҡ барыһы ла бүлмәләргә таралышып уҡырға, имтихандарға әҙерләнергә, йә йоҡларға тейеш ине. Булманы, килеп сыҡманы...
Тын студент ятағын тетрәндереп бер ҡыҙ илай-илай һөрәнләп үтте. Ҡысҡырыуынан ярҙам һорауын ғына аңланыҡ.
Йүгерешеп өҫкә менһәк, өлкән курстарҙан 4-5 егет имтихан бирә алмау арҡаһында беҙҙең төркөмгә төшөрөлгән егетте ҡамап тоторға тырыша. Ә уныһы әллә илай, әллә йырлай, үҙенә бысаҡ менән сәнсә. Иҙән тулы ҡан, халыҡ аһылдаша. Егет әле генә үҙенең яратҡан ҡыҙын сәнсеп үлтергән икән.
Уны аҡларға уйым юҡ. Оҙон буйлы, ихлас, ябай егет ине. Тәүге айҙарҙа бер бүлмәлә йәшәнек. Моңло итеп йырлай, дуҫтары күп, уҡыуы ла һәйбәт ине. Ләкин ХVIII быуат урыҫ әҙәбиәтенән имтаханды тапшыра алмаған. Ни сәбәптәндер, ҡыҙы ла егеттән баш тартҡан. Етмәһә, күсмәй ҡалыуы хаҡында бойороҡ бар, егет үҙе өсөн мәңге аҡланмаҫлыҡ юлды һайлаған...
Ә беҙгә лекцияларҙы Сара Йәләл ҡыҙы Тәкәева уҡытытты. Эйе, Сара апай менән уның тормош иптәше Данис Солтан улын йыш ҡына иҫкә төшөрәбеҙ. Ифрат ябай, кеселекле инеләр, йәндәре йәннәттә булһын.
Аҙаҡ баяғы биш студенттың икәүһе генә институтты тамамлап, уҡытыусы булып эшләне. Ошо курсты алып барған уҡытыусы, Р.М. Лазарчук, ҡайҙалыр күсеп китте. Йәйге каникулдарҙан һуң беҙҙе, уҡыу йылы башланыу менән, икенсе ректор ҡотланы.
Йылдар үтер, онотолор, тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ. Хәтерҙе алдап булмай шул, кисә генә үткән һымаҡ күҙ алдына килә лә баҫа. Ни хәл итәйек, ҡәһәр һуҡҡан ХVIII быуат шул.