Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 11:35

Хөкүмәт ултырышында демография мәсьәләләре ҡаралды. Республикала йәшәүселәрҙең һанын арттырыу – киләсәкте хәстәрләү, тигән һүҙ.

Бөгөн республикала 4,05 миллион самаһы кеше йәшәй, 2024 йылға республика халҡының һаны 4,1 миллионға етергә тейеш. Ләкин сит яҡтарға яҡшы тормош эҙләп китеүселәрҙең күбәйеүе, тыуымдың йылдан-йыл кәмеүе был һандарға өлгәшергә мөмкинлек бирмәйәсәк.

Мәҫәлән, 2019 йылдың 11 айында 38690 бала тыуған, йәғни, 2018 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 4720 сабыйға кәмерәк. Ә уның ҡарауы, 2017 йылда 2305 бала күберәк тыуған.
Демографик көрсөк былтыр һәм быйыл килеп сыҡҡан проблема түгел, элекке йылдарҙан ҡалған етешһеҙлектәрҙең хәҙерге сиселеше генә. Социологтар билдәләүенсә, бөгөн беҙ ике меңенсе йылдарға тиклемге уңышһыҙ реформаларҙың һәм иҡтисади көрсөктөң һөҙөмтәләрен күрәбеҙ.
Хөкүмәт яңы эш урындарын булдырыу өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡара. Ә бына тыуымды арттырыу өсөн ҙурыраҡ эштәр талап ителә. Башҡортостан Хөкүмәте йәш ғаиләләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 83,2 миллион һум аҡса бүлде.
Мохтаж ғаиләләр ЭКО ярҙамында бала табыу мөмкинлеге аласаҡ, никахҡа инеүсе йәш парҙар бушлай медицина күҙәтеүе үтәсәк.
Читайте нас: