Элекке СССР-ҙан ҡалған илдәрҙе барлап АҠШ-тың дәүләт секретары Майкл Помпео үтеп китте. Украинала уны айырыуса өмөт менән көттөләр. Мистер Помпео Киевта һыйыныу тапҡан ҡырым татарҙары менән осрашырға һәм уларҙы йыуатырға ваҡыт тапты.
Ҡырым татарҙарының әйҙәүселәренең береһе булған Әминә ханым Яппарова Помпеоға: “АҠШ Ҡырымдағы хәлдәр менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынһын, донъя илдәре онотмаһын ине”, – тигән теләк белдергән.
Майкл Помпео: “Ҡырым хәҙер һеҙҙең өсөн юҡ. Украина Ҡырымды үҙе бирҙе. Ә Рәсәй үҙенә килеп эләккәнде кире ҡайтара торған илдәрҙән түгел”, – тип яуап биргән.
Әйткәндәй, был хәҡиҡәт АҠШ өсөн генә хас түгел, донъяның ҙур илдәренең етәкселәре лә быны таный һәм көндән-көн 2014 йылда Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙы бөтөрөү хаҡында һөйләй.
Мәҫәлән, үткән аҙнала Кипр хөкүмәте киләсәктә Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙан баш тартырға йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе.