Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:35

Эрдоған Путинға шылтыратты. Дәүләт башлыҡтары Сүриәләге һәм Ливиялағы хәлдәрҙе ҡараны.

Төркиә президенты Рәсәй Президентына шылтыратты һәм улар Сүриәнең Идлиб провинцияһындағы хәлдәрҙе һәм Африканың төньяғындағы ваҡиғаларҙы тикшерҙе. Рәжәп Эрдоғандың борсолорға сәбәбе бар, сөнки Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәре Идлибта төрөктәрҙе утҡа тотҡан. 3 февралдә Эрдоған Сүриә ғәскәрҙәренең һөжүменә Рәсәй командованиеһының күҙ йомоп ҡарауына үпкә белдергән.

Төркиә президенты “Хәбәр төрөк” агентлығына белдереүенсә, һуғышта төрлө хәлдәр була, ләкин бер бәхәс арҡаһында ғына Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү Төркиәгә кәрәкмәй.
Читайте нас: