“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡта йәйәүлеләрҙең һәм водителдәрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылды. Әле ҡала юлдарында 29 юлды күҙәтеү комплекстары, 11 фото һәм видео-теркәгестәр көнө-төнө уяу һаҡта тора. Улар тиҙлек арттырғанда, юл ҡағиҙәләрен боҙғанда теркәп бара.
2020 йылдың майына тиклем тағы ла 19 фото-видео-теркәгес ҡуйыласаҡ. Улар Дуҫлыҡ, Шайморатов урамдарында, Белорет трактында урынлашҡан.
Элек-электән Стәрлетамаҡ водителдәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл һаҡлауҙары менән айырылып тора. Һуңғы арала үткәрелгән рейдтар был йоланың һаҡланыуы хаҡында һөйләй. Сөнки водителдәр араһында теркәлгән 200-ләп ҡағиҙә боҙоу осрағы сирек миллион халыҡ йәшәгән ҡала өсөн бик күп түгел. Мәҫәлән, эскән килеш нибары ике водителдең тотолоуы ла шуға дәлил.