Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 17:12

Белоруссияның мәшәҡәттәре, Ҡытай вирусы таралыу сәбәпле, күҙ уңынан ысҡынып барған һымаҡ. Лукашенко тағы нимәләр ҡыйрата икән.

Донъяла мәшәҡәттәр күп, Ҡытайҙа эштәр ҡатмарлы, ә Белоруссияны иҫкә алған кеше лә юҡ. Әйткәндәй, былтыр декабрҙә Рәсәй-Белорусь интеграцияһы (ҡушылыуы, тип аңлағыҙ) ысынбарлыҡ төҫөн алырға тейеш ине. Йәғни, “кәләш” “егет”кә ҡулын булһа ла тоттормаһа ла, һоронға тейеш ине. Ҡул түгел, еңе лә, итәге лә эләкмәне.

Донъяла мәшәҡәттәр күп, Ҡытайҙа эштәр ҡатмарлы, ә Белоруссияны иҫкә алған кеше лә юҡ. Әйткәндәй, былтыр декабрҙә Рәсәй-Белорусь интеграцияһы (ҡушылыуы, тип аңлағыҙ) ысынбарлыҡ төҫөн алырға тейеш ине. Йәғни, “кәләш” “егет”кә ҡулын булһа ла тоттормаһа ла, һоронға тейеш ине. Ҡул түгел, еңе лә, итәге лә эләкмәне.
Бындай осраҡта Белорусь президенты сеймалға бай илдәр буйлап йөрөп сыға, күп һөйләй, белдереүҙәр яһай, халҡын тынысландыра, күршеләрен тәнҡитләй, һ.б., һ.б. Арып-талып, яҙғы сәсеү ваҡытында “колхозына” бер бензовоз яғыулыҡ та таба алмаған хужалыҡ рәйесе ҡиәфәте менән ҡайтып ауа.
Берәүгә лә сер түгел, Белорусь иҡтисады Рәсәй, уның халҡының түҙемлелеге иҫәбенә йәшәй һәм сәскә ата. Бындай мөнәсәбәт күптәрҙең үҙәгенә үтте, ләкин беҙҙе уртаҡ сиктәр түҙемле булырға мәжбүр итә.
Беҙҙең сайтты ҡараусыларға бәлки ҡыҙыҡ та түгелдер, ләкин беҙ был теманы урап үтә алмайбыҙ. Сөнки беҙгә Александр Лукашенконың мажаралары оҡшай. Ҡасан ғына һәр өлкәлә, һәр районда шундай колхоз йә совхоз етәкселәре була торғайны. Рәсәйҙә хәҙер улар юҡҡа сыҡты, донъяла – берәү ҡалды. Уныһы ла беҙгә күрше бит әле.
Лукашенконың мажаралары – ул беҙҙең күптән түгел үткән тарих һәм беҙ уны юҡһынабыҙ. Тик башҡа бер әмәл дә юҡ, беҙгә түҙергә тура киләсәк. Сөнки шундай күршебеҙ булмаһа, беҙгә тормош көтөүе бик күңелһеҙ тойолор ине.
Был юлы Рәсәй-Белорусь мөнәсәбәттәренең ҡатмарланыуы нимә менән бөтәсәк? Шикләнмәгеҙ, ер убылырлыҡ бер нәмә лә булмаҫ, Лукашенко тағы беҙгә киләсәк, вәғәҙәләр өләшәсәк, тик барыһы ла элеккесә ҡаласаҡ.
Әлегә уның ҡайғыһы юҡ. Ауыҙлыҡһыҙ сир баҫып килә. Күпселек унан ҡотолоу юлдарын эҙләй. Ә әлегә Лукашенко арзанлы нефть эҙләй.
Читайте нас: