Ҡәләмдәшебеҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың түңәрәк кенә ғүмер байрамы. Әле ҡасан ғына Мәскәү дәүләт университетында уҡығанда “Атай икмәге” хикәйәһе менән күптәрҙе илатып һәм тетрәндереп “Ағиҙел” аша ҙур ижад донъяһына килеп ингәйне. Ул әле лә ижад донъяһының уртаһында ҡайнай. “Атай икмәге”н әле лә эҙләп уҡыйҙар һәм икмәк һүрәте төшөрөп уйнаған ас малайҙарҙы йәлләп илайҙар. Фәрзәнә Аҡбулатованың ижадының көсө шунда, ул тормош ысынбарлығын да, кешеләр мөнәсәбәтен дә күҙәтеүсе сифатында түгел, ә йөрәге аша үткәреүсе булараҡ һүрәтләй.
Байрамың менән, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы! “Ағиҙел”, уның күп һанлы уҡыусылары һинән өр-яңы әҫәрҙәр көтә. Ижади уңыштар, бәхет-шатлыҡ юлдаш булһын үҙеңә!
Ҡатлауҙар менән, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары.