Михаил Игнатьевҡа, Сыуашстанға туғыҙ йыл самаһы етәкселек иткәндән һуң, вазифаһын ҡалдырырға тура киләсәк. Быйыл ул Рәсәйҙә бер түгел, ике низағ менән дан ҡаҙанды. Тәүгеһендә Рәсәй матбуғаты көнөндә Сыуашстан Республикаһы хаҡында алама мәҡәләләр яҙған журналистарҙы ҡырырға саҡырһа, икенсеһендә ҡотҡарыу хеҙмәте офицерын мәсхәрәләүҙә ғәйепләнде.
Башлыҡ ике низағ өсөн дә ғәфү үтенде ләкин – ярҙам итмәне. “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы ойошмаһы Игнатьевты партия сафынан сығарҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Михаил Игнатьевты, “ышанысты юғалтыу” сәбәпле, вазифаһынан ситләтте.
Кисә “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе вәкиле Олег Николаев, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.