Израилдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашҡан саралар Ленинград блокадаһы ҡорбандарына арналған “Хәтер шәме” һәйкәлен асыуҙан башланды. Йәһүдтәр күпләп йәшәгән иң ҙур илдәрҙән килгән лидерҙар Холокост һәм Лнинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алды.
Израиль етәкселеге Владимир Путин йөҙөндә Советтар Союзына, хәҙер Рәсәйгә һәм Ҡыҙыл Армияға Освенцимды азат итеүҙәре һәм йәһүдтәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалғандары өсөн үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Мәҫәлән, Израиль сит ил эштәре-министры Исраэль Кацтың әсәһен совет һалдаттары Освенцимдан азат иткән.
Рәсәй Президенты Израиль етәкселәре менән Эш осрашыуы үткәрҙе. Палестина лидеры Мәхмүт Аббас менән әңгәмәләште. Күҙәтеүселәр Израиль тарафынан Рәсәй лидерына күрһәтелгән ҡәҙер-хөрмәттең шаһиты булғандан һуң АҠШ президентының ни өсөн килмәүенә төшөндө. Баш осонда айбалта һымаҡ импичмент эленеп торғанда Дональд Трамп Европала үҙен бик уңайһыҙ тойор ине. Уға тейешле ҡырын ҡарауҙар ғәйепһеҙ вице-президент Майкл Пенс өлөшөнә тура килде.
Һуңғы арала донъяла хәрби конфликттарҙың һәм халыҡ-ара бәхәстәрҙең ишәйеүе менән бәйле, Рәсәй Президенты Владимир Путин БМО-ға нигеҙ һалған биш дәүләт лидерҙарын йыйып, саммит үткәрергә тәҡдим итте. Был тәҡдим Рәсәй, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия һәм Франция лидерҙарына ҡағыла.