Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 10:51

Хәбиров вәғәҙә бирҙе, йыл ярымда клуб төҙөлдө. Мөрсәлим ауылы халҡы хәҙер кистәрен заманса мәҙәниәт һарайында ял итәсәк.

2018 йылдың ноябрендә Салауат районына эш сәфәре менән барған Радий Хәбиров урындағы клубты күреп, аптырап ҡайтҡайны. Ҙур ғына ауыл халҡы 1895 йылда төҙөлгән боронғо бинала ял итергә мәжбүр. Үҙешмәкәр артистар ҡурсаҡ театры ойоштороп, ҡорған артында ғына репетиция менән шөғөлләнәләр. Ул ваҡытта Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы клуб төҙөргә күрһәтмә бирҙе, Хөкүмәт ҡаҙнанан 50 миллион һум аҡса бүлде.

Өр-яңы, заманса мәҙәниәт һарайы ауылға йәм биреп ултыра. Бында уҡыусыларҙан алып, пенсионерҙарға тиклем – һәр береһенә ял итергә, тамаша ҡылырға бөтә шарттар ҙа бар. 700 квадрат метр майҙанда 200 урынлыҡ тамашалар залы, төрлө түңәрәктәр өсөн бүлмәләр урынлашҡан.
Радий Хәбиров юл ыңғай кереп, Мөрсәлимдәрҙе мәҙәниәт йорто асылыу менән ҡотлап сыҡты.
Читайте нас в