Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 10:37

Владимир Путин мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡыра. Дәүләт башлығы йәмәғәтселек вәкилдәре менән осраша һәм уларҙың фекерен өйрәнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Липецк өлкәһенә килде, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты һәм уларҙың ҡарашын белде.Президент тарафынан тәҡдим ителгән социаль ярҙамды тормошҡа ашырыу өсөн 4,5 триллион һум аҡса талап ителәсәк. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, бының өсөн ҡаҙнала 2 триллион һум бар, ҡалғанын һалым сәйәсәтен үҙгәртеү иҫәбенә өҫтәргә тура киләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Липецк өлкәһенә килде, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты һәм уларҙың ҡарашын белде.
Президент тарафынан тәҡдим ителгән социаль ярҙамды тормошҡа ашырыу өсөн 4,5 триллион һум аҡса талап ителәсәк. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, бының өсөн ҡаҙнала 2 триллион һум бар, ҡалғанын һалым сәйәсәтен үҙгәртеү иҫәбенә өҫтәргә тура киләсәк.
Президент Сочи ҡалаһында “Сириус” мәғариф үҙәгендә булды һәм уның вәкилдәре менән осрашты.
Бөгөн Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Израилгә барасаҡ һәм унда холокостҡа арналған матәм сараларында ҡатнашасаҡ. Бында Президентты төрлө илдәр етәкселәре менән эш осрашыуҙары көтә. Мәҫәлән, Украина Президенты Владимир Зеленский Кремлгә Владимир Путин менән осрашырға теләүен белдереп, мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ АҠШ вице-президенты Майкл Пенс менән һөйләшеү булыуы бик ихтимал.
Читайте нас: