Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 10:22

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда Көйөргәҙеләргә лә иғтибар буласаҡ. Ә Күмертауҙа сәнәғәт үҫешергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында һәм Күмертау ҡалаһында булды. Районда социаль проблемалар етерлек, элек тә күп эшләнде, ләкин эшләйһе эштәр күп әле. Мәҫәлән, Бөгөлсән ауылында мәктәп 1968 йылда төҙөлгән һәм бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған.

Дөрөҫөн әйткәндә, райондың 2000 йылдарға тиклемге етәкселеге район үҙәген Күмертау ҡалаһынан Ермолаевка ҡасабаһына күсереп, байтаҡ ҡына аҡсаны шунда һалды, ә алыҫ ауылдар юлһыҙ, газһыҙ интекте.
Хәҙер ошо хатаны төҙәтергә ваҡыт. Республика Башлығы Радий Хәбиров райондың социаль-иҡтисади хәле менән танышты һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Районда мәктәп ремонтланасаҡ һәм бассейн төҙөләсәк. Райондың Юлай Ильясов етәкселегендәге яңы хакимиәте алда торған бурыстарҙы хәл итергә әҙер. Район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында ремонт бара, уны ремонтлау “Фольклориада”ны ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.
Районда “Салауат Юлаев” хоккей командаһының көйәрмәндәре күп икән, Радий Хәбиров күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиләнгәндәрҙе хоккей матчына саҡырҙы.
Республика Башлығы Күмертау ҡалаһының социаль хәле менән дә танышты, “Күмертау авиация предприятиеһы”нда булды, ҡалала сәнәғәтте үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны. Мәҫәлән, ҡаланың “Шахтер” стадионын ремонтлау киләһе йылға тамамаланырға тейеш.
Читайте нас: