Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 12:13

Ҡыйғыны хәҙер Зөһрә Гордиенко күтәрәсәк. Учалы ҡатын-ҡыҙҙары феноменын нисек аңлатырға?

Ошо көндәрҙең иң төп яңылыҡтарының береһе – Учалы районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы Гордиенконың Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе. Өфө ҡалаһының Ленин районында башлыҡ булып бер ҡатындың эшләп алыуын иҫәпкә алмағанда, был тәүге миҫал. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙына “кешеләр менән ипле һәм һаҡ булырға” кәңәш итеүендә ҙур мәғәнә бар.

Учалылар Зөһрә Гордиенконың Ҡыйғыға тәғәйенләнеүе менән бәйле үкенес кисерһә, ҡыйғылар шатлығын йәшермәй. Сөнки шаҡтай ҡатмарлы район, бында яңы кеше, яңы көс кәрәк.
Ошо көтөлмәгән хәл айҡанлы бынан тиҫтә йылдар элек беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың Учалы ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарата әйтелгән баһаһы иҫкә төшә. “Учалы ҡатын-ҡыҙҙары егеттәр һымаҡ”, – тигәйне ул һоҡланыуын йәшермәй. Йәшермәйем, нығыраҡ һәм теүәлерәк әйтелгәйне...
Рәшиҙә Солтанова, Лилиә Ғүмәрова, Эльвира Айытҡолова, Фәниҙә Исхаҡова, Луиза Фархшатова, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадырова, Гөлдәр Моратова, Миңзәлә Шөғәйепова, Әҡлимә Сафина, Сатура Минһажетдинова һәм башҡа бик күптәр. Һәр береһе яуаплы урындарҙа уңышлы эшләй, үҙенең оҫталығы менән арбай, һәр ҡайһыһы милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырлыҡ. Улар күптәр, кемделер иҫкә алмаһаҡ, үпкәләштән булмаһын. Әлегә Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙының ауыр һәм яуаплы эшкә тотоноуы айҡанлы ғына яҙғайныҡ.
Уңыштар һәм түҙемлек теләйбеҙ һеҙгә, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы!
Читайте нас: