Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:27

Яңы Хөкүмәт эшкә тотона. Хөкүмәттең беренсе ултырышында Рәсәй Президенты ҡатнашты.

Премьер-министр Михаил Мишустин төҙөгән Хөкүмәт составын Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫланы.

Премьер-министр Михаил Мишустин төҙөгән Хөкүмәт составын Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫланы.
Президент әйтеүенсә, яңы Хөкүмәттә тигеҙлек һаҡланған, элеккеһенән ҡалған кешеләр ҙә бар, яңылары ла етерлек.
Аналитиктар Хөкүмәт ағзалары араһында яңы исемдәрҙе барлай. Мәҫәлән, мәғрифәт өсөн яуаплыларҙы мәғариф министры Сергей Кравцов ҡыҙыҡһындырһа, рухи аҙыҡ өсөн яуаплылар мәҙәниәт министры Ольга Любимованың биографияһын өйрәнә. Вице-премьерҙар араһында ла яңы кешеләр бар.
Халыҡ яңы раҫланған Хөкүмәткә ышаныс һәм өмөт менән ҡарай. Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә лә байтаҡ ҡыуаныслы хәбәрҙәр яңғыраны. Хөкүмәт Президент күрһәтмәләрен тормошҡа ашырырға һәм халыҡҡа лайыҡлы йәшәйеш тәьмин итергә бурыслы.
Читайте нас: