Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 11:18

Иң юғары даирәләрҙә етәкселәрҙең алышыныуы дауам итә. Рәсәй Президенты генераль прокурорҙы икенсе вазифаға күсерҙе.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Юрий Чайканы Рәсәйҙең генераль прокуроры вазифаһынан, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, азат итте. Президент тәҡдиме буйынса уның урынын Рәсәй тәфтиш комитеты рәйесе урынбаҫары Игорь Краснов биләйәсәк. Красновты генераль прокурор вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе Дәүләт думаһында 22 ғинуарҙа ҡараласаҡ.

Генераль прокурор вазифаһына кандидат Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкиндың иң тәжрибәле һәм көслө урынбаҫары булған. Немцовты үлтереү, Чубайсҡа һөжүм итеү һымаҡ яңғырауыҡлы эштәрҙе тикшереүгә етәкселек итә.
Күҙәтеүселәр яңы тәғәйенләү Рәсәйҙә прокуратура органдарының эшмәкәрлеген күтәреү, йоғонтоһон арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй.
Читайте нас: