17-26 ғинуарҙа Берлинда “Йәшел аҙна” аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә күргәҙмәлә Рәсәйҙең 18 төбәгенән етештереүселәр ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан предприятиелары иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, “Пышка”, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” компаниялары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә. “Турбаслы бройлеры”, “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапияһы” дәүләт учреждениеһы, “Медовз” компанияһы продукцияһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.