Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:19

Рәсәй Президенты Санкт-Петербургта һуғыш ветерандары менән осрашты. Тереләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеләсәк.

Үткән шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербург ҡалаһында булды, Пискарев мемориаль зыяратында ҡорбандар иҫтәлегенә тере сәскәләрҙән торған венок һалды, һуғыш ветерандары менән осрашты.

Үткән шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербург ҡалаһында булды, Пискарев мемориаль зыяратында ҡорбандар иҫтәлегенә тере сәскәләрҙән торған венок һалды, һуғыш ветерандары менән осрашты.
Дәүләт башлығы ветерандарға социаль-иҡтисади хәл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек хаҡында һөйләне, хәҙерге Европала һуғыш тарихын боҙоп күрһәтеүҙәргә ҡаршы тороу хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
Тере ҡалған яугирҙар һаны йылдан-йыл кәмей. Дәүләт иҫән ҡалғандар хаҡында даими хәстәрлек күрә. Улар һәр районда һәм ҡалала иҫәптә тора, медицина ярҙамы күрһәтелә, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә.
Рәсәй Президентының тәҡдиме менән быйыл һуғыш ветерендарына 75 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтеләсәк, тыл ветерандары 50-шәр мең һум аласаҡ. Элек был аҡсаның 10 һәм 5 мең генә булыуын иҫәпкә алһаҡ, һис тә насар түгел.
Рәсәй Президенты 4 ветеранға Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы сүкелгән юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Читайте нас: