Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:22

Ливияла тыныслыҡ урынлашырға тейеш. Владимир Путин Берлинда халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты.

Европа илдәре Ливияла барған ҡан ҡойошло һуғышты борсолоп күҙәтә һәм тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә тырыша. Сөнки һуғыш барған биләмәләрҙән йөҙәр меңдәрсә кеше төрлө кәмәләрҙә, һауа тултырылған һалдарҙа Европаға ағыла, диңгеҙ аша сыҡҡанда байтағы һәләк була.

Ливияла тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Германия тәҡдиме менән ойошторолған халыҡ-ара конференцияла канцлер Ангела Меркель саҡырыуына ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Ливияла Рәсәйҙең йоғонтоһо көслө. Унда үҙ-ара алышыусы көстәр ҙә Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүгә өҫтөнлөк бирә.
Конференция алдынан Рәсәй Президенты Төркиә президенты Рәжәп Эрдоған менән осрашты. Конференция ваҡытында Рәсәй дәүләте башлығы Англия, Франция, Италия һымаҡ илдәрҙең башлыҡтары менән фекер алышты.
Ливияла хәлдәр көсөргәнешле килеш ҡала, ундағы хәлдәрҙе дипломатик юл менән хәл итеү өсөн һөйләшеүҙәр дауам итә.
Читайте нас: