Сәйәсмәндәр күпме генә алдан фаразларға тырышмаһын, улар юрағандың күбеһе дөрөҫкә сыҡманы. Владимир Путин үҙенең сығышында демография, социаль проблемаларҙы ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәй Конституцияһына етди үҙгәрештәр индереүҙе лә күтәреп сыҡты. Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эшсе төркөм төҙөлдө һәм ул оҙаҡламай эшләй башлаясаҡ.
Рәсәй алдында етди бурыстар тора. Уларҙың иң мөһиме – демографик хәлде яҡшыртыу һәм социаль проблемаларҙы хәл итеү. Аҙ тәьмин ителгәндәр, йәш ғаиләләр дәүләттән етди ярҙам аласаҡ. Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин әйтеүенсә, өҫтәлмә сығымдарҙың быйыл 300-500 млрд. һум булыуы ихтимал, ә киләһе йылға – бер нисә тапҡыр артасаҡ.
Президент мөрәжәғәтнамәһендә күтәрелгән барлыҡ тәҡдимдәрҙе һәм бурыстарҙы яңы Хөкүмәт тормошҡа ашырасаҡ. Сөнки кисә Дмитрий Медведев рәйеслегендәге Хөкүмәт тулы составында отставкаға китте.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт думаһына премьер-министр вазифаһына Һалым йыйыу федераль хеҙмәтенең башлығы Михаил Мишустинды раҫлау өсөн тәҡдим итте. Бөгөн пленар ултырышта Дәүләт думаһы Президент тәҡдимен ҡараясаҡ.
Рәсәй етди үҙгәрештәр алдында тора. Президент тәҡдимдәре, яңы Хөкүмәт халыҡтың тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итһен!