Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 10:34

Президент Владимир Путин Алексей Кудринды ҡабул итте һәм Иҫәп палатаһының нимә менән шөғөлләнергә тейешлеген аңлатты. Президент Иҫәп палатаһына ҙурыраҡ бурыстар йөкмәтә.

Рәсәй Иҫәп палатаһының эшләй башлауына 25 йыл тулды. Ошо айҡанлы Иҫәп палатаһы етәксеһен Рәсәй Президенты ҡабул итте. Алексей Кудрин Иҫәп палатаһының эшенә етәкселек итә башлағас, коррупция, ҡаҙна аҡсаһын урлау һымаҡ яман эштәргә көрәш киңерәк йәйелдерелде. Кудриндың йыл һайын ҡаҙнанан 2-3 миллиард һум аҡса урлайҙар, тигән белдереүе генә үҙе ни тора!

Владимир Путин менән Алексей Кудриндың осрашыуында ҡаҙна аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында ентекле һөйләшеү булды. Президент әйтеүенсә, Иҫәп палатаһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға тейеш, ә ошо йәһәттән Хөкүмәт менән бәхәстәр мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Владимир Путин, алдан уҡ килешелеүенсә, Иҫәп палатаһы проблемаларға киңерәк ҡарарға, йәғни милли проекттарҙың үтәлешен контролдә тоторға һәм тәьмин итергә бурыслы, тип билдәләне. Ә Палатаның Хөкүмәт һәм эксперттар менән булған бәхәсен тулыһынса тәбиғи хәл, тип баһаларға кәрәк. Бынан башҡа талап ителгәнде эҙләү һәм табыу мөмкин түгел, йомғаҡ яһаны дәүләт башлығы.
Иҫәп палатаһы Хөкүмәттең эшмәкәрлеген даими күҙәтеп бара һәм етди тәнҡитләүҙән дә баш тартмай. Мәҫәлән, күптән түгел Палата 13 милли проекттың 8-нең үтәлешендә етешһеҙлектәр булыуына Хөкүмәттең иғтибарын йүнәлтте һәм Президент тарафынан ҡуйылған маҡсаттарҙың үтәлешенә шик белдерҙе.
Читайте нас: