Республикабыҙҙың ҡалаларынан һәм ауылдарынан, милли проекттарға ярашлы, социаль объекттарҙың төҙөлөүе хаҡында ҡыуаныслы хәбәрҙәр көн һайын килеп тора. Яңыраҡ Бөрйән районының Нәби һәм Яуымбай ауылдарында заманса Фельдшер-акушер пункттары ишектәрен асты.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Рәсәй Президенты халыҡ күп йәшәгән ауыл биләмәләрендә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яҡшыртыу талабын ҡуйғайны. Хәҙер күпселек ауылдар иҫке, емерелергә торған, утын менән йылытылған биналарҙан ҡотола бара. Нәби һәм Яуымбай ауылдарындағы ФАП-тар йылытыу, һыу, елләтеү менән тәьмин ителгән. Бындағы ҡабул итеү шарттары ҡалалағынан ҡалышмай, өр-яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Бөрйәндәрҙең шатлығын уртаҡлашырға яңы ғына район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнгән Ғәзиз Маннапов, Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов килде.